СТӘРЛЕТАМАҠ ҠӘБЕРЛЕГЕ, Левашов ҡәберлеге, 8–9 б. археологик ҡомартҡыһы. Стәрлетамаҡ ҡ. төньяҡ ситендә урынлашҡан. 1947–49 йй. “Сода”пр‑тиеһын төҙөгән ваҡытта асыла, 1950–51 йй. Р.Б.Әхмәров һәм П.Х.Михайлов тарафынан өйрәнелә. Ҡурғанлы ҡәберлектәргә ҡарай, тип фараз ителә. 16‑ға яҡын ҡәбер тикшерелгән. Мәйеттәр 0,4–1,5 м тәрәнлектәге ябай ҡәбер соҡорҙарына салҡан һалып, баштары м‑н көнбайышҡа, көньяҡ-көнбайышҡа йәки төньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Керамика төртөктәр, һырҙар, уйып эшләнгән һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө, йомро ҡорһаҡлы  һауыттарҙан; уйып төшөрөлгән кәкерсәк һыҙыҡтар м‑н биҙәлгән көршәктән ғибәрәт. Ҡәберҙәргә ҡорал (тимер ҡылыстар, уҡ башаҡтары, һөңгөләр, һуғыш балталары, бысаҡ, көмөш һәм алтын биҙәкле һаҙаҡ ҡалдығы), ат егеү кәрәк-ярағы (өҙәңге, ауыҙлыҡ, бронза ҡыңғырауҙар), тимер, бронза һәм көмөш тәңкәләр, бронза элмәктәр, йомро төймәләр м‑н биҙәлгән бил ҡайыштары, биҙәүестәр (быяла, бронза муйынсаҡтар, алтын, көмөш һәм бронза һырғалар, бронза һәм көмөш йөҙөктәр, үреп эшләнгән көмөш муйын ҡулсаһы, бронза беләҙектәр, сулпылар, сылбырҙар), алтын һәм көмөш күҙ япмаһы, бронза көҙгөләр, үҫемлек биҙәкле б.э. 8–9 бб. ҡараған көмөш Урта Азия кубогы, биҙәкһеҙ туҫтаҡ, ебәк, етен (йәки йөн) туҡыма ҡалдыҡтары һалынған. Көмөш өмәйҙәр һәм ғәббәсиҙәр дирһәме (712 й., 743 й., 770 й., 774 й., 779 й.), алтын өмәйҙәр динары (705—706 йй.), табылған. В.А.Иванов фекеренсә, С.ҡ. Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә, Н.А.Мәжитов раҫлауынса, Турбаҫлы мәҙәниәтенә ҡарай. Ҡомартҡы материалдары Милли музейҙа, Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Ахмеров Р.Б. Могильник близ г. Стерлитамака //Советская археология. 1955. №22.

Н.А.Мәжитов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика