СТӘРЛЕТАМАҠ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ТЕХНИКУМЫ, Стәрлетамаҡ р‑ны Наумовка а. урынлашҡан. 1921 й. Ҡыпсаҡ‑Ете ырыу кантонының Ермолаевка а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) Көйөргәҙе а.х. техникумы булараҡ асыла, 1933 й. алып Көйөргәҙе, 1957 й. — Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумы, 1972 й. — Стәрлетамаҡ р‑ны “Заливной” с‑зы м‑н берләштерелгәндән һуң совхоз‑техникум итеп үҙгәртелә, 2000 й. башлап С.а.х.т., 2014 й. — Стәрлетамаҡ тармаҡ‑ара колледжы. 1957—85 йй. Стәрлетамаҡ ҡ. була. 2005 й. техникум составынан “Стәрлетамаҡ” а.х. пр‑тиеһы айырылып сыға. Ишембай р‑нының Петровский а. һәм Стәрлебаш р‑нының Стәрлебаш а. филиалдары бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәғлүмәт эшкәртеүҙең һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, агрономия, ветеринария, а.х. механизациялау, фермер хужалығы ойоштороу, хисаплау техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа м‑н тәьмин итеү, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. 4 компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм уҡыу залдары, спорт комплексы, колледж тарихы һәм патологик анатомия музейҙары, мед. пункты, 5 уҡытыу‑производство оҫтаханаһы, 4 дөйөм ятағы, уҡыу-ветеринария клиникаһы, малдарҙы дауалау стационары, уҡыу‑коллекциялау участкаһы, баҡсаһы, автотрактородромы, авто һәм а.х. машиналары бар. 17 меңдән ашыу белгес (2015) әҙерләнгән, улар араһында Н.Ғ.Арыҫланов, Р.Ғ. Баһауетдинов, Х.Ә.Барлыбаев, В.Г.Недошивин. БДАУ һәм Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты м‑н хеҙмәттәшлек итә.

А.В.Гинтер

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика