СТӘРЛЕБАШ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Стәрлебаш р‑ны. 1909 й. мәктәп базаһында татар донъяуи мәктәбе булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс, 1921 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1931 й. — өлгөлө мәктәп, 1932 й. — колхозсы йәштәр мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. хәҙ. статусын ала (1963 й. хеҙмәт етештереүсәнлеге м‑н хеҙмәт политехник мәктәбе), 1994 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 2 компьютер класы, китапханаһы, тамаша һәм спорт залдары, уҡыу оҫтаханаһы, психологик бушаныу кабинеты, мәктәп яны участкаһы бар. Урта мәктәпте 5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Р.Ғ.Ғатауллин, Ф.М.Ғүмәров, Ә.Л.Ғәлиев, Ғ.Т.Ғәлиев, З.А.Ғәлимов, Р.Ғ.Ғәлимуллина, Р.З.Мерәҫов, Р.И.Мозаһитов, Рәфҡәт М.Мәсәғүтов, Ш.Р.Рәхмәтуллин, Ғ.Ғ.Фәхриев, Р.Шаммас, М.М.Әхмәтов, М.Т.Юлдашев. Мәктәп бинаһына уны тамамлаған Чечнялағы хәрби хәрәкәт ваҡытында һәләк булған С.А.Самохинға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2006).

Р.Р.Әбүләев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика