“СТЕРЛИТАМАКСИЙ РАБОЧИЙ”, ижт.-сәйәси гәзит. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия б-са идаралыҡ, БР-ҙың «“Стерлитамакский рабочий” гәзите редакцияһы» ДУП-ы. Стәрлетамаҡ ҡ. аҙнаһына 5 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тарихы “Рабочий и солдат” (“Эшсе һәм һалдат”; 1917 й. сыға) гәз. башлана; 1930 й. алып “За пятилетку” (“Биш йыллыҡ өсөн”) исеме м-н урыҫ телендә; 1953 й. март-апр. – урыҫ телендә “Сталинское знамя” һәм башҡ. телендә “Сталин байрағы” исеме аҫтында нәшер ителә, 1953 й. майынан урыҫ телендә генә шул уҡ исем м-н сыға; 1956 й. алып хәҙ. исемен ала.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика