“СТЕРЛИБАШЕВСКИЕ РОДНИКИ” (“Стәрлебаш шишмәләре”), ижт.- сәйәси гәзит. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто» ДУП‑ы. Стәрлебаш р‑нының Стәрлебаш а. aҙнаһына 2 тапҡыр урыҫ, башҡ. (“Стәрлебаш шишмәләре”) һәм татар (“Стәрлебаш чишмәләре”) телдәрендә сыға. 1932 й. мартынан “Ударник колхоза” (“Колхоз ударнигы”) исеме м‑н урыҫ телендә, 1932 й. сент. алып ш. уҡ исемдә татар телендә нәшер ителә; 1956—62 йй. “Знамя коммунизма” (“Коммунизм байрағы”), 1965 й. — “Путь Ленина” (“Ленин юлы”), 1991 й. — “Заветы Ленина” (“Ленин васыяттары”) исеме м‑н урыҫ һәм татар телдәрендә, 1994 й. — “Ленин васыяттары” исеме аҫтында башҡ. телендә лә сыға. 2005 й. алып хәҙ. исемдәр м‑н нәшер ителә. 1962—65 йй. нәшер ителмәй.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика