СТЕРИГМА (Sterigmostemum), әүернәһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 9 төрө билдәле, Көнсығыш Европала, Көнбайыш һәм Урта Азияла, Көнбайыш Себерҙә таралған. Башҡортостанда кейеҙ С. үҫә. Йондоҙ һымаҡ төктәрҙән торған ҡуйы һоро кейеҙ йөнтәҫ булған бер йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 20–40 см. Япрағы һаплы, оҙонса, ҡауырһын һымаҡ айырсалы йәки бүленешле, ланцет формаһындағы өлөштәре бар, киртләсле йәки шыма ситле тиерлек. Каса япраҡсаһы оҙонса, һары төҫтәге таж япрағынан ике тапҡыр ҡыҫҡараҡ. Май–июндә сәскә ата. Емеше – ваҡ киҫәктәргә таралған цилиндр формаһындағы ҡуҙаҡ, июндә өлгөрә. Үҫемлектәр япмаһы боҙолған далаларҙа, балсыҡлы‑татырлы һәм ҡомло урындарҙа үҫә (Ейәнсура р‑ны Үрге Һарыбил, Юлдыбай аа.). БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика