СТЕНОБИОНТТАР (гр. stenos — тар һәм bion — йәшәүсе), фәҡәт билдәле бер шарттарҙа йәшәүгә һәләтле булған, тирә‑яҡ мөхит факторҙарының киҫкен үҙгәреүҙәрен кисерә алмаған организмдар. С. эврибионттарға ҡапма‑ҡаршы ҡуйыла. Стенобионтлыҡ гидростатик баҫымға (стенобат организмдар), тоҙлолоҡҡа (стеногалинлы), т‑раға (стенотермлы), дымлылыҡҡа, тупраҡтың химик составына һ.б. ҡарата булыуы мөмкин. С. симбиотик организмдар һәм бер төр‑хужа м‑н бәйле махсус (облигат) паразиттар инә. С. булып төрлө экологик төркөмдәргә ҡараған үҫемлектәр: гидрофиттар (һары томбойоҡ, аҡ томбойоҡ, һыу үләнетөрҙәре һ.б.), сциофиттар (тайтояҡ, йәшел таш абағаһы һ.б. күләгәле урындарҙа тереклек итеүселәр), галофиттар (татырүләне, татырлан, шведка), олиготрофтар (һаҙанаҡ, мүк еләге, мораҡ, ысыҡүләне һ.б.), петрофиттар (энә япраҡлы ҡәнәфер,ҡуян кәбеҫтәһе һ.б.); балыҡтар (мәҫ., ҡыҙыл балыҡ, йылға бағыры,европа бәрҙеһе) һ.б. тора. С. кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенә бирешеүсән (йәшәү урындары ныҡ боҙолғанда, ҡағиҙә булараҡ, һәләк булалар). Күп С. (шаршы күкене, ярғанаттар, йыуан тамырлы татыр үләне, Гмелин ҡыйыҡтажы, ҡауырһынлыйәнәш япраҡ һ.б.) БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика