СТАТИСТИК ФИЗИКА, статистик механика, физиканың макроскопик есемдәрҙең – бик күп һандағы бер иш ваҡ өлөшсәләрҙән (молекулалар, атомдар, электрондар һ.б.) торған системаларҙың үҙсәнлектәрен өйрәнеүсе бүлеге. Системаларҙың хәле б-са тигеҙләнеше булмаған (физик кинетика; тигеҙләнеше булмаған процестарҙы өйрәнә) һәм тигеҙләнешле (термодинамик тигеҙләнеш хәлендәге системалар) хәлдәрҙең; физик системаларҙың моделе б‑са – классик (өлөшсәләр классик механика закондары б-са хәрәкәт итә) һәм квант (квант механикаһы закондары б-са) С.ф. айыралар. Статистик тигеҙләнеш хәлендә С.ф. төп бурыстары булып системаның термодинамик потенциалдарын һәм макроскопик параметрҙарын (энергия, баҫым һ.б.) иҫәпләп сығарыу, тигеҙләнеше булмаған хәлдә – тигеҙләнешмәгән процестарҙы һүрәтләүсе тигеҙләмәләрҙе (кинетик тигеҙләмәләр) алыу һәм системаның тигеҙләнеше булмаған характеристикаларын иҫәпләп сығарыу тора. Системаларҙы өйрәнгәндә С.ф. ихтималлыҡ теорияһына нигеҙләнгән статистик ысулдар ҡулланыла һәм системаның макроскопик параметрҙарын был дәүмәлдәрҙең уртаса статистик ҡиммәттәренә тигеҙ булған ваҡыт б-са уртаса ҡиммәттәре итеп ҡарайҙар (аэродинамик гипотеза). С.ф. газдар, шыйыҡлыҡтар һәм ҡаты есемдәр теорияһының нигеҙе булып тора. Башҡортостанда Украин ССР-ы Фәндәр академияһының Өфөгә эвакуацияланған осоронда С.ф. проблемалары өсөн боларыштар теорияһы төҙөлгән һәм күп өлөшсәләр системаһының механикаһы нигеҙендә кинетик тигеҙләмәһен алыу ысулы табылған (Н.Н.Боголюбов). 1970–2000 йй. Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында С.ф. локаль динамиканың өлөшөн иҫәпкә алыу ысулы эшләнгән (О.А.Пономарёв), ул наносистемаларҙы тикшергәндә системалағы яҡын тәртипте анығыраҡ иҫәпкә алырға, конденсирланған хәлдәге матдәләрҙең энергетик спектрын һәм кинетик тигеҙләмәләрен аныҡларға мөмкинлек бирә. 1975–92 йй. Башҡорт дәүләт университетында Боголюбов етәкс. МДУ м-н берлектә симметрияһы боҙолған системалар тикшерелгән; ферромагнит һәм ғәҙәттән тыш үткәреүсәнлекле алыҫ тәртип булған системаларҙың тигеҙләнеш характеристикалары өсөн аныҡ баһалау алынған; С.ф. модель гамильтониандарын һәм һыҙыҡлы булмаған динамик системаларҙы тикшереүҙең асимптотик ысулдары үҫтерелгән (М.Х.Харрасов). 1977–97 йй. шыйыҡсаларҙың статистик теорияһы мәсьәләләре өйрәнелгән; фаза арауығының координаталы өлөшөн үҙгәртеү нигеҙендә сығарыусы функционалдың төрлө варианттарын төҙөү методикаһы эшләнгән; изотермик ҡыҫылыусанлыҡтың бәләкәй ҡиммәттәре өлкәһендә шыйыҡ ҡатышмаларҙың статистик теорияһының интеграль тигеҙләмәләре системаһы алынған (И.Ә.Фәхретдинов).

Әҙәб.: Кубарев С.И., Пономарёв О.А. Эффекты динамической связи в статической физике. М., 1992.

Р.М.Сабитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика