СТАТИСТИКА, ИНФОРМАТИКА ҺӘМ ХИСАПЛАУ ТЕХНИКАҺЫ КОЛЛЕДЖЫ, 1932 й. Башҡ‑н план- иҡт. техникумы булараҡ асыла, 1942 й. алып статистика техникумы, 1967 й. — иҫәпте механизациялау техникумы, 1990 й. — информатика һәм хисаплау техникаһы техникумы, 1992 й. — Өфө статистика, информатика һәм хисаплау техникаһы колледжы (2007 й. алып федераль дәүләт белем биреү учреждениеһы). Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре; автоматлаштырылған системаларҙың мәғлүмәт хәүефһеҙлеге; компьютер селтәрҙәре; компьютер системалары һәм комплекстары; хоҡуҡ һәм соц. тәьмин итеү; хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге; хоҡуҡ һәм судта администраторлыҡ итеү; компьютер системаларын программалаштырыу; иҡт. һәм бухгалтерия иҫәбе. 20 лаб. һәм компьютер класы, китапханаһы, колледж тарихы музейы, тамаша, бейеү һәм 3 уҡыу залы, спорт комплексы, мед. пункты, 2 дөйөм ятағы бар. Өҫтәмә белем биреү үҙәге (1994 й. алып), дистанциялы уҡытыу бүлеге һәм юридик клиникаһы (икеһе лә — 2004 й. алып), колледжды тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу хеҙмәте (2007 й. алып) эшләй. 26 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән__ (2015), улар араһында С.М.Китапова, А.В.Сутягин. Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад., ӨДАТУ, ӨДНТУ, Рәсәй иҡтисад университеты, Финанс университетының Өфө филиалы, Хоҡуҡ институты м‑н хеҙмәттәшлек итә.

С.З.Ҡунысбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина