СТАТИСТИК МӘҒЛҮМӘТ СИСТЕМАҺЫ ИНСТИТУТЫ. 1965 й. Өфөлә СССР Үҙәк статистика идаралығының Башҡ‑н технологик бүлеге булараҡ асыла, 1971 й. алып СССР Үҙәк статистика идаралығы Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология ин‑тының, 1985 й. — Бөтә Союз статистик мәғлүмәт системаһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология ин‑тының Урал филиалы, 1992 й. — Урал статистик мәғлүмәт системаһы ғилми-тикшеренеү һәм проект-технология ин‑ты. 2006 й. ябыла. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — электротехника, тау эше, химия, машиналар эшләү, сәнәғәт төҙөлөшө һ.б. өлкәләрҙә сәнәғәт производствоһы проекттары эшләү. Институт составында 4 бүлек (информатика, ойоштороу техникаһы, элемтә; технологик процестарҙы оптиматизациялау; комплектациялау; төҙөлөш), 2 оҫтахана була. Ғилми хеҙм‑рҙәре араһында 5 фән кандидаты иҫәпләнә (1995). Дир.: В.Х.Лобода (1971 й. алып), Р.М.Нуриев (1980 й. алып), Ф.И.Муллаянов (1992 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика