СТАСЮКОНИС Альфред Брониславович (27.5.1957, БАССР-ҙың Иглин р-ны Таутөмән а.), журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм-ре (2004). Журналистар союзы ағзаһы (1984). Ростов ун-тында уҡыған (1985–88). 1978–95 йй. “Свет Октября” (“Октябрь яҡтыһы”; ҡара: “Иглинские вести”), “Калининец” (“Калининсы”; Краснодар крайы) гәз., “Экономика и мы” ж. һ.б. хеҙм-ре. 1990–92 йй. (өҙлөклөк м-н) һәм 1995 й. башлап “Республика Башкортостан” гәз. эшләй: хәбәрсе, махсус хәбәрсе, бүлектәр мөдире; 2009 й. – “Единая Россия – Башкортостан” (“Берҙәм Рәсәй – Башҡортостан”) гәз. бүлек мөдире. Сәйәсәт, аграр темаларға мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2001).

Хеҙм.: Срочно в номер! Уфа, 1998; Портреты на фоне войны. Уфа, 2000; Таёжные встречи. Уфа, 2001.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика