СТАРОВА Наталья Владимировна (15.8.1923, Курск губ. Поляна а. — 26.11.2005, Өфө), генетик. БР ФА‑ның почётлы акад. (1994). Биол. ф. д‑ры (1974), проф. (1990). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993). Харьков а.х. ин‑тын тамамлаған (1948). 1951 й. алып Степной урман‑тәж. ст. (Ставрополь крайы), 1956 й. — Украина урман хужалығы һәм агроурман мелиорацияһы ҒТИ‑нда (Харьков ҡ.) эшләй. 1983 й. башлап Биохимия һәм цитохимия бүлегендә лаб. мөдире, 1988 й. — Биология ин‑ты дир. урынбаҫары; 1991 й. алып Ботаника баҡса‑институтында: дир., 1998 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни тикшеренеүҙәре тал һымаҡтар төрҙәрен селекциялау һәм гибридлаштырыуға, гетерозистың клонлы биол. моделен эшләп сығарыуға, урман ағас үҫемлектәренең генетикаһына арналған. С. тарафынан тал һымаҡтарҙа гетерозистың полиген механизмдары нигеҙләнгән, тал һәм тирәк сорттары сығарылған. С. етәкс. төп урман барлыҡҡа килтереүсе төрҙәрҙең, ш. иҫ. сәнәғәт бысраныуы шарттарында, популяцион-генетик структураһы өйрәнелгән, урмандарҙы селекцион юл м‑н яҡшыртыу юлдары билдәләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Селекция ивовых. М., 1980; Пути генетического улучшения лесных древесных пород. М., 1985 (авторҙ.); Биоценотическая характеристика хвойных лесов и мониторинг лесных экосистем Башкортостана. Уфа, 1998 (авторҙ.).

В.П.Путенихин

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика