СТАНОКТАР СИСТЕМАҺЫ, таралған номенклатуралағыбер йәки бер нисә әҙерләмәне эшкәртеү өсөн  берләштерелгән идара итеү системаһы булған станоктар һәм ярҙамсы ҡорамалдар йыйылмаһы. Автоматик һәм автоматлаштырылған С.с. айырыла. Станок, робот (манипулятор), транспортёр, инструмент магазиндары, контроль-үлсәү ҡоролмалары, автоматик идара итеү һәм диагностикалау ҡоролмаларынан тора. С.с. төп һәм ярҙамсы операцияларҙы ҡулайлаштырыуға һәм  улар м-н электрон хисаплау машиналары, контроллерҙар файҙаланып, әҙерләмәләрҙең күсеүе м-н  автоматик идара итеүгә булышлыҡ яһай. Башҡортостанда 20 б. 80-се йй. ӨАИ-ла (В.Ц.Зориктуев) С.с. технологик процестар м-н автоматик идара итеү һәм уларҙы оптимизациялау өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелгән; үткер йөҙлө инструмент м-н ҡырҡыу процесын тәьмин иткән механик эшкәртеү процесы м-н идара итеүҙең интеллектуаль адаптив системалары, ҡырҡыу инструментының торошон оператив диагностикалау системалары төҙөлә. Авиация двигателдәре деталдәрен һ.б. әҙерләгәндә ауыр эшкәртелгән материалдарҙы т-ра-көс режимында эшкәртеү м-н автоматик рәүештә идара иткән С.с. уйлап сығарылған һәм индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Станоктар системаһын диагностикалау.

В.Ц.Зориктуев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика