СТАНДАРТЛАШТЫРЫУ, продукцияны етештереү һәм уның әйләнеше сфераларында тәртип булдырыу өсөн ҡағиҙәләрҙе һәм характеристикаларҙы ирекле рәүештә уларҙы күп тапҡыр файҙаланыу маҡсатында билдәләүгә һәм продукцияның, эш һәм хеҙмәттәрҙең конкурентлығын арттырыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек. СССР-ҙа дәүләт С. башланыуы 1925 й. Хеҙмәт һәм оборона Советы эргәһендә С. б-са комитет асылыуға бәйле. 1940 й. ГОСТ, 1968 й. – С. өлкәһендәге эштәрҙе тәртипкә һалыу һәм регламентлау өсөн “Дәүләт стандартлаштырыу системаһы” стандарттар комплексы индерелгән. 1993 й. алып С. РФ-тың  “Стандартлаштырыу тураһында”, 2003 й. – “Техник көйләү тураһында” закондарына ярашлы алып барылған. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан С. б‑са Башҡ-н өлкә бюроһы эшләй, 1932 й. – Башҡ. АССР-ының Үлсәмдәр һәм үлсәүҙәр идаралығы, 1954 й. алып 1955 й. үлсәү техникаһы б-са Башҡ-н дәүләт контроль лаб. әйләндерелгән Стандарттар, үлсәмдәр һәм үлсәү приборҙары идаралығы (унда 1959 й. С. хеҙмәте һәм стандарттарҙың үтәлеүен күҙәтеү төркөмө ойошторолған). 60‑сы йй. Өфө моторҙар эшләү з-дында (ҡара: Өфө моторҙар эшләү призводство берекмәһе), Салауат нефтехимия комб‑тында (ҡара: “Салаватнефтеоргсинтез”), Өфө “Гидравлика” з‑дында, “Мир” тегеү ф‑каһында һ.б. пр-тиеларҙа С. бүлектәре асылған. 1967 й. Продукция билдәһенең  дәүләт сифат билдәһе тамғаһы индерелгән, уның м-н 1969 й. респ. беренсе булып Өфө приборҙар эшләү з-дында сығарылған “Ағиҙел” электр бритваһы билдәләнгән. Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге  эшләй.

Әҙәб.: НикифоровА.Д., БакиевТ.А. Метрология, стандартизация и сертификация. Изд. 2-е, испр. М., 2003.

М.Р.Сәйфимөлөкова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика