СПУТНИК ТЕЛЕВИДЕНИЕҺЫ, телевидение сигналын (программаларын) үҙәктән файҙаланыусыға Ерҙең экваториаль геостационар орбитала урынлаштырылған яһалма спутнигы аша тапшырыу системаһы; уның Ер әйләнеше м‑н синхрон рәүештә күсеүе программаларҙы ҡабул итеүҙең өҙлөкһөҙ булыуын тәьмин итә. С.т. алыҫта урынлашҡан, мәҫ., ер өҫтө элемтә линиялары булмаған райондарҙы хеҙмәтләндерә (спутниктың сигналы радиусы 9 мең км булған терр‑яға тарала ала). Бүлеүсе (сигналдарҙы телевизион станциялар аша тапшырыу) һәм программаларҙы спутниктарҙан шәхси рәүештә ҡабул итеү (туранан‑тура телетапшырыуҙар — НТВ) С.т. селтәрҙәрен айыралар. С.т. программалары 3,400—7,075 ГГц һәм 10,7—14,8 ГГц диапазондарында трансляциялана (программаларҙы бәләкәй үлсәмле антенналар ярҙамында шәхси рәүештә ҡабул итеү өсөн файҙаланыла). С.т. төҫлө ТВ аналог системалары, цифрлы‑аналог һәм һүрәт м‑н тауыш сифаты яҡшыртылған цифрлы стандарттар ҡулланыла, 100‑ҙән ашыу спутникта 1300‑гә яҡын канал бар. 2001 й. “Башҡортостандың спутник телекоммуникациялары” ААЙ ойошторолған, Өфө телеүҙәге терр‑яһында спутник элемтәһенең үҙәк тәьмин итеү станцияһының антенна посы монтажланған (антеннаһының диам. 3,7 м). 2002 й. DVB‑S стандарты базаһында эшләнгән ер өҫтөндәге тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән спутник ҡорамалдарын еренә еткереү һәм көйләү тамамланған; 10,7—14,8 ГГц диапазонында эшләгән “Intelsat‑904” элемтә спутнигы файҙаланыла; Олойылғаһәм Бирҙеғол аа. (икеһе лә — Белорет р‑ны) тапшырыуҙарҙы спутник каналы б‑са ҡабул итеү өсөн респ. тәүге телевизион ретрансляторҙар урынлаштырылған. С.т. респ. селтәре Өфө телеүҙәгенең программаларын спутник каналы буйлап эфир аша (ер өҫтө) теле‑ һәм радиотрансляторҙарына бүлеп ебәрә (345 ретранслятор — “БСТ” телеканалының, 36‑һы — “Юлдаш” һәм 36‑һы “Спутник 107 ҒМ” радиоларының программаларын тапшыра), туранан‑тура спутник аша телетапшырыуҙарҙы (сигналдар 0,9—1,2 м диам. антенналы көнкүреш спутник алғыстарына килә), Интернетҡа инеүҙе һәм мәғлүмәтте спутник каналы б‑са тапшырыуҙы тәьмин итә. Ер өҫтө һәм спутник элемтә каналдары, радио һәм телевизион тапшырғыстар һәм ретрансляторҙар селтәре респ. ТВ һәм радиотапшырыуҙар программаларын РФ‑тың бөтә төбәктәрендә, ш. иҫ. Мәскәүҙә һәм С.‑Петербургта, ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.

Б.Ф.Хәкимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика