СПУТНИК ЭЛЕМТӘҺЕ, ретрансляторҙар сифатында Ерҙең яһалма спутниктарын файҙаланыуға нигеҙләнгән радиоэлемтә төрө. Радиорелелы элемтәне үҫтереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Спутник ретрансляторҙары экваториаль (ш. иҫ. геостационар), ауыш йәки поляр орбиталарҙа урынлаштырыла. С.э. төрҙәре: спутник телевидениеһы, спутник Интернеты, С.э. магистраль һәм күсмә системалары (Intelsat, Iridium, Inmarsat, GlobalStar). Ҡабул итеү һәм ҡабул итеү‑тапшырыу терминалдары (станциялар) айырыла. Каналының үткәреүсәнлек һәләте һәм мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге юғары булмаған VSAT ҡабул итеү‑тапшырыу станциялары (антенналарының диам. 3,400— 7,075 ГГц диапазонында 1,8—2,4 м; 10,7—14,8 ГГц диапазонында 0,75— 1,8 м) киңерәк ҡулланыла. С.э. системалары караптар, самолёттар, персональ С.э. төбәк операторҙары м‑н бәйләнеш, радиотапшырыуҙарҙы, телевизион программаларҙы тапшырыу, интернет провайдерҙары м‑н клиенттар араһында элемтә каналын һ.б. булдырыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 80—90‑сы йй. “Промсвязь” з‑дында хөкүмәт йыһан элемтәһе өсөн Ю‑123, Ю‑321, Ю‑331 һ.б. сериялы аппараттар сығарылған. 2002 й. алып “Башҡортостандың спутник телекоммуникациялары” ААЙ‑ның С.э. операторы эшләй, ул Белорет, Благовещен, Бөрйән, Ейәнсура, Иглин, Йылайыр, Ҡариҙел, Нуриман, Әбйәлил р‑ндарының юл булмаған торама пункттарында 38 станция урынлаштырған, ш. иҫ. 27‑һе — “Һәр мәктәпкә интернет” һәм 6‑һы — “Универсаль хеҙмәт” (һәр ауылға телефон/таксофон), 5‑әүһе — коммерция программаларын трансляциялау өсөн. Компанияның селтәре “ТрансТелеком” ЯСЙ магистраль каналына тоташтырылған. 2008 й. “СЦС Совинтел” ЯСЙ (“ВымпелКом” компаниялар төркөмөнә инә) VSAT ер өҫтө станцияһын урынлаштырған. Һаҡлыҡ банкыһының Башҡ‑н бүлексәһендә, “Газпром трансгаз Уфа” һәм башҡа С.э. ведомство селтәрҙәре бар, ҡайһы бер төбәк‑ара операторҙар күсмә спутник радио бәйләнеше, Интернетҡа инеү, спутник ТВ һ.б. хеҙмәттәрҙе күрһәтә. 2007—09 йй. ӨДАТУ‑ла “Полёт” КБ ЯАЙ (Омск ҡ.) м‑н берлектә “УГАТУ‑САТ” микроспутнигы эшләнгән.

И.И.Городецкий, А.Х.Солтанов, Б.Ф.Хәкимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика