АХУНОВ Ғариф (Ғарифйән) Ахунйән улы (18.9.1925, ТАССР‑ҙың Өсөйлө а. — 4.6.2000, Ҡазан, ТР‑ҙың Арса ҡсб ерләнгән), яҙыусы. ТР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1993). ТР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1998). 1974—84 йй. ТАССР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1975—84 йй. РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. “Йәшлек йәме” повесы (1956; татар телендә) 50‑се йй. студенттар тормошо хаҡында һөйләй. “Хазина” (1963; Свердловск к/ ст ш. уҡ исемле нәфис фильм төшөрөлгән, 1977), “Хужалар” (1968) һәм “Иҙел ҡыҙы” (1978—1986; бөтәһе лә — татар телендә) романдары Татарстан һәм Башҡортостан халыҡтарының бәйләнештәре һәм хеҙмәттәшлеге хаҡында бәйән итә. “Сулпы йыры” (1959), “Тынғыһыҙ йөрәк” (1959; авторҙ.; икеһе лә — татар телендә) һ.б. пьесалары БР театрҙары сәхнәһендә ҡуйыла. Башҡорт әҙәбиәте т‑дағы бер нисә мәҡәлә авторы. ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1973).

Әҫәрҙ.: Ғәббәс хәҙрәт: роман. Өфө, 1996.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова