“СПРАВОЧНЫЙ ЛИСТОК БЕЛЕБЕЕВСКОГО УЕЗДНОГО ЗЕМСТВА”, ижт.‑сәйәси гәзит. Бәләбәй ҡ. 1911–17 йй. февр. аҙнаһына 2 тапҡыр (1917 й. – аҙна һайын) урыҫ телендә сыға. Гәзиттә а.х, ауыл тормошо т-да мәҡәләләр, аҙыҡ-түлек баҙарында эштәрҙең торошо, икмәккә хаҡ т-да мәғлүмәт баҫыла. Мөхәррирҙәре – Бәләбәй земство башҡармаһы рәйестәре: В.И.Бунин, А.В.Шумилов, С.В.Чеботарёв һ.б. 1914 й. башлап “Петроград телеграф агентлығы телеграммалары” тигән ҡушымта сығара.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Яндекс.Метрика