СПОРАЛЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, башлыса споралар м-н үрсегән һәм таралған организмдар. Яҡынса 70 мең төрө билдәле, киң таралған. Башҡортостанда 1600-ҙән ашыу төрө үҫә. Ябай төҙөлөшлө (ылымыҡтар) һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө (мүк һымаҡтар, көкөрт үләне һымаҡтар, псилот һымаҡтар, ҡырҡбыуын һымаҡтар, абаға һымаҡтар, күп ҡаҙылма үҫемлектәр) С.ү. айырыла. С.ү. ғәҙәттә бәшмәктәр һәм лишайниктар инә. С.ү. орлоҡ м-н үрсегән һәм таралған яланғас орлоҡлолар һәм сәскәле үҫемлектәргәҡаршы ҡуйыла, ләкинорлоҡло үҫемлектәрҙең һеркә бөртөгө (һеркәлектәрҙә) һәм яралғы тоҡсайы (орлоҡ бөрөләрендә) ябай төҙөлөшлө споралыларҙың спораларына оҡшаш. Ябай төҙөлөшлө С.ү. енесһеҙ үрсеүе – хәрәкәтсән зооспоралар, хәрәкәтһеҙ апланоспоралар, енесле үрсеүе зигоспоралар, ооспоралар ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ҡатмарлы төҙөлөшлө С.ү. енесһеҙ үрсеүе спорофиттарҙың спорангияларында барлыҡҡа килгән споралар ярҙамында бара (енесһеҙ быуындар). Ябай төҙөлөшлө С.ү. – һыу экосистемаларындағы органик матдәләр һәм кислородтың төппродуценттары, биосферала кальций, кремний һ.б. элементтарҙың әйләнешендә ҡатнашалар, һыу хайуандары өсөн аҙыҡ булып торалар, тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүгә тәьҫир итәләр. С.ү. араһында декоратив үҫемлектәр (абаға һәм көкөрт үләндәре), дарыу үҫемлектәре (ир туйыр абағаһы,баҫыу ҡырҡбыуыныһ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (ламинария, ҡаҙаяҡһ.б.) бар. Ябай төҙөлөшлө споралылар мал аҙығына өҫтәмәләр алыу өсөн ҡулланыла, ҡатмарлы төҙөлөшлөләрен (ҡаты япраҡтары һәм алкалоидтар булыуы сәбәпле) мал ашамай. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына 52 С.ү. индерелгән, шуларҙың 17-һе ябай төҙөлөшлө (Коршиков динобрионы,оҙон анкистродесмус, Скворцов кокконеисы һ.б.), ҡалғандары (виргиния тәлгәшле абағаһы, йәшел дикранум,ябай көкөртлөкәй, реликт – Дайк бөрсөклө абағаһы һ.б.) – ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәр булып тора.

И.Е.Дубовик,С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика