СПЛАЙН математикала, кәкере һыҙыҡ йәки сикләнгән һандағы бер‑береһенә сиктәш һан аралыҡтарында аргументы үҙгәреүсе функцияның графигы. Аралыҡтарҙың һәр береһендә һыҙыҡ (функция) билдәле класҡа ҡарай (мәҫ., куб С. куб рәүешле параболаларҙың төрлө өлөштәренән тора). Аралыҡтар тоташҡан нөктәләрҙә сығарылмалар п-сы дәрәжәгә тиклем өҙлөкһөҙ була. Идеаль, интерполяциялы, куб, локаль, моно-, В- һәм L-C, Эрмит С. һ.б. С. айыралар. С. тәж. мәғлүмәттәрен эшкәрткәндә, матем. теорияла, айырып әйткәндә, ике үҙгәреүсәндең С. компьютер моделдәрен әҙерләү системаларында өҫкө йөҙҙәрҙе биреү өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70-се йй. мәғдән ятҡылыҡтарында (ш. иҫ., Учалы мәғдән ятҡылығында) геол. тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн төрлө геохимия һәм геоструктура факторҙарының мәғдәндәрҙә элементтар булыуы үҙгәреүсәнлегенә тәьҫирен характерлаусы С.-моделе төҙөлә; С.-моделдәрҙе анализлау бөрсөклө мәғдәндәрҙә эҙмә-эҙ пирит, сфалерит һәм галенит ултырыуын билдәләргә мөмкинлек бирә һ.б. БДУ-ла С. гальваник процестарҙың моделдәрен әҙерләгәндә ҡулланыла (А.М.Болотнов, В.Т.Иванов), сплайн йөҙө моделе параметрҙарының формулаһы табыла (В.А.Юрьев). БДМУ-ла С.‑технологиялар ағыулы матдәләрҙең ағыулыҡ дәрәжәһен прогнозлау өсөн файҙаланыла (Г.Г.Максимов һ.б.). 2006–08 йй. Матем. ин-тында вариациялы С. тикшерелә; С. табыу мәсьәләһенең дөйөм осраҡта һыҙыҡлы булмауы, ләкин эйәртеүле арауыҡта уға икеләш мәсьәләнең һыҙыҡлы булыуы асыҡлана; Соболев арауыҡтарында күп үлсәмле рәшәткәле С. иҫәпләп сығарыу алгоритмы төҙөлә (М.Д.Рамаҙанов).

В.А.Юрьев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

Яндекс.Метрика