СПИЦЫН Александр Андреевич (14.8.1858, Вятка губ. Яранск ҡ. — 17.9.1931, Ленинград), археолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1927). С.‑Петербург ун‑тын тамамлағандан һуң (1882) Вятка ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында уҡыта, 1892 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад., бер үк ваҡытта 1909 й. башлап С.‑Петербург ун‑тында эшләй. Фәнни хеҙмәттәре Урал буйы бронза быуатына, археологияның теоретик мәсьәләләренә арналған. Байтаҡ археологик ҡомартҡыларҙың датаһын билдәләй, археологияла тәүгеләрҙән булып сағыштырма-типологик һәм картографик ысулдарҙы ҡуллана. Көньяҡ Уралда Бөрөҡаласығын, Бөрөҡәберлеген, Дүртөйлө ҡаласығын һ.б. өйрәнә. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. 1892 й. алып Рус археология йәмғиәте ағзаһы.

Хеҙм.: Приуральский край. Археологические разыскания о древнейших обитателях Вятской губернии //Материалы по археологии восточных губерний России. М., 1893. Вып.1; Заметки о поездке 1898 года //Известия Археологической комиссии. Петроград, 1916. Вып.60.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика