СПЕКТРАЛЬ СИНТЕЗ, функцияны спектры б‑са тергеҙеүҙе өйрәнгән математика бүлеге. С.с. мәсьәләләре бер төрлө төрөлөү тигеҙләмәләрен тикшергәндә барлыҡҡа килә һәм сиселеше квазиэкспоненциаль аппроксимацияға ҡайтып ҡала. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып БДУ‑ла һәм Матем. ин‑тында комплекслы һәм ысын өлкәләрҙә С.с. мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Ҡабарынҡы өлкәләр өсөн С.с. мәсьәләләре бер үлсәмле осраҡта тикшерелә (А.Ф.Леонтьев, И.Ф.Красичков- Терновский). С.с. ысулдары ҡабарынҡы өлкәлә бер төрлө төрөлөү тигеҙләмәләре өсөн күп үлсәмле осраҡта (В.В.Напалков, Р.С.Юлмөхәмәтов), коэффициенттары даими булған сикләнгән дәрәжәле дифференциаль операторҙар өсөн ҡулланыла; коэффициенттары даими булған дифференциаль операторға ҡарата инвариант арауыҡта С.с. мөмкин булған осраҡтар тасуирлана (Красичков‑Терновский). Кәкре һыҙыҡлы һыҙаттарҙа компонентлап дифференциациялау операторҙарының Эйлер тибындағы һәм берәмеккә күсеү операторҙары осраҡтары тикшерелә (С.Г.Мерзляков). Шулай уҡ ҡара: Гармоник анализ.

С.Г.Мерзляков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

Яндекс.Метрика