СПЕКТРАЛЬ ПРИБОРҘАР, электромагнит нурланыштарҙың матдә м-н тәьҫирләшеүен теркәргә мөмкинлек биргән ҡоролмалар. Тикшереү ысулдары б‑са С.п. беренсел (өлгө м-н йотолған һәм сәселгән) һәм икенсел нурланышты (өлгө таратҡан) файҙаланғандарға; йышлыҡ диапазоны б-са – квадруполь ядро резонансын (105–108 Гц), магнитлы ядро (107–109 Гц) һәм электронлы парамагнитлы (108–1010 Гц) резонанстарҙы, микротулҡынлы (өйөрөлмәле, 1010–1012 Гц), инфраҡыҙыл (тирбәлеүсе, 1012–1014 Гц), электронлы, фотоэлектронлы һәм ультрафиолет (1014–1016 Гц), рентген (1017–1018 Гц) спектроскопияһын, ш. уҡ ядро гамма-резонансты (1018–1021 Гц) файҙаланғандарға бүләләр. С.п. иҫәбенә ш. уҡ тикшерелгән матдәләрҙең зарядланған өлөшсәләрен (ионизация һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан иондар) теркәүсе масс-спектрометрҙарҙы индерәләр. Башҡортостанда спектрҙың инфраҡыҙыл, ультрафиолет һәм күҙгә күренгән өлөшөн файҙаланған оптик спектрометрҙар киң ҡулланыу тапҡан. 20 б. 60-сы йй. Органик химия ин‑тында микротулҡын спектрометрҙары эшләнгән һәм микротулҡын спектрометрияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр башланған (Н.М.Поздеев), модернизациялағандан һуң улар Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин-тында органик берләшмәләрҙең физик үҙсәнлектәрен тикшереү өсөн файҙаланылған (А.Х.Мәмлиев); тиҫкәре иондар сығанағы эшләнгән һәм электрондарҙы резонанслы эләктереп алыу масс‑спектрометрияһы б-са тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн сәнәғәт масс‑спектрометры камиллаштырылған (В.А.Мазунов, В.И.Хвостенко, И.И.Фурлей). 70-се йй. Органик химия ин-тында В.П.Казаков етәкс. сәнәғәт спектрометрҙары радио- һәм хемилюминесценцияны күҙәтеү һ.б. өсөн эшкәртелгән, шунда уҡ (А.А.Еличев, В.П.Орехов, Л.В.Спирихин) һәм Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ҒТИ-нда (А.А.Сапожников, Я.Б.Ясман) көслө магниттар нигеҙендә ядро магнит резонансы спектрометрҙары (1Н ядроһына) камиллаштырылған; Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (Н.Л.Әсфәндиәров, Б.Г.Зыков, А.Ш.Солтанов) фотоэлектронлы спектроскопия ысулы үҙләштерелгән һәм фотоэлектронлы спектрҙарҙы теркәү приборы эшләнгән. 80‑се йй. СССР ФА БФ-тың Физика һәм матем. бүлегендә (Мазунов, Р.Ф.Туҡтаров, Т.Х.Йомағужин) ядро-магнит резонансының магниты нигеҙендә ионлы-циклотронлы резонанс спектрометры эшләнгән; БДУ-ла (Р.З.Бәхтизин, Ю.М.Йомағужин) УСУ-4 ҡулайламаһы нигеҙендә электронлы ялан спектрометры эшләнгән; спектрҙарҙың йәшерен үҙенсәлектәре т-дағы мәғлүмәттәрҙе алыу маҡсатында ваҡытлыса С.п. өсөн вейвлет‑анализға нигеҙләнгән матем. аппарат үҫтерелә (Р.Р.Кинйәбулатов, А.В.Тропин, А.Н.Чувыров). Шулай уҡ ҡара: Масс‑спектрометрия.

Л.В.Спирихин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика