“СПЕКТР”, журнал. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы. Өфөлә 1991 й. июленән алып 1994 й. тиклем кварталға 1 тапҡыр урыҫ һәм инглиз телдәрендә нәшер ителә. Журнал биттәрендә сәйәси, соц.‑иҡт. мәсьәләләр яҡтыртыла. Рубрикалары: “Иҡтисад һәм суверенитет”, “Хөкүмәт хәбәрҙәре”, “Нигеҙле фекер”, “Тарих биттәре”, “Сәнғәт галереяһы” һ.б. Баш мөхәррире — Л.З.Фәтхуллина.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.