“СПАДЧЫНА” (“Мираҫ”) Башҡортостан Республикаһы белорустарының республика милли-мәҙәни үҙәге, БР белорустарының рухи мәҙәниәтен үҫтереү, белорус телен, Белоруссияның милли традицияларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү, дәүләт органдарында һәм йәмәғәт ойошмаларында белорустарҙың законлы мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсаты м‑н булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. нигеҙ һалына. БР Халыҡтары ассамблеяһы ағзаһы. Белорустарҙың “Балтика” тарихи-мәҙәни үҙәге (Иглин р‑ны Балтика а.) м‑н хеҙмәттәшлек итә. “С.” составында 1600‑ҙән ашыу кеше бар (2009). “С.” ярҙамы м‑н Балтика һәм Пушкинский дөйөм белем биреү мәктәптәрендә белорус теле туған тел итеп өйрәнелә. Үҙәк тарафынан йыл һайын Раштыуа колядалары, Иван Купала, Дожинки, Дяды кеүек милли байрамдар һ.б. үткәрелә. “С.” ҡарамағында “Сябры” белорус халыҡ йырҙары ансамбле, Балтика ауыл мәҙәниәт йортоноң “Жавароначки” балалар ансамбле (2001 й. алып) эшләй. Рәйестәре: Н.Л.Лапука һәм В.Л.Линевич (1996 й. алып), И.Т.Лясович (2009 й. алып).

И.Т.Лясович

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика