АХУНЙӘНОВ Әнүәр Мәхмүт улы (3.2.1914, Бөрө ҡ. — 19.5.1986, Ҡазан), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1967), проф. (1969). ТАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1937). 1945—52 йй. Ҡазан пед. ин‑тында, 1955—59 йй. СССР ФА Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тында, 1960 й. алып Ҡазан ун‑тында эшләй. А. фәнни тикшеренеүҙәре дөйөм тел ғилеме, лексикография, сағыштырма лексикология, ике теллелеккә арналған. Күп кенә хеҙмәттәрендә урыҫ‑татар тел бәйләнештәре тарихының осорҙарға бүленеше, урыҫ теле м‑н татар теле үҙ‑ара бәйләнешенең төрлө этаптарындағы интерференция процесының функциональ‑структур үҙенсәлектәре өйрәнелә. 50‑гә яҡын фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. урыҫ‑татар һүҙлектәре авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Сопоставительное изучение национального своеобразия лексических значений. М., 1963; Русские заимствования в татарском языке. Казань, 1968; Контрастивная грамматика: морфология русского и тюркских языков. Казань, 1987.

Тәрж. Р.М.Шәрипова