СӨНЧӘЛӘЙ Шәриф (ысын исеме Сөнчәләев Шәриф Хәмиҙулла улы; 3.11.1885, Һарытау губ. Иҫке Мәстәк а. — 9.11.1959, Мәскәү), педагог. Тарих ф. канд. (1935). С.Сөнчәләйҙең ағаһы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң (1907) Пермь губ. Сараши а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) урыҫ-башҡ. мәктәбе уҡытыусыһы, 1915 й. алып Өфө губерна земствоһының мәктәптән тыш белем биреү б‑са лектор-инструкторы. 1917 й. башлап Өфө губерна советының элемтә бүлеге мөдире, 1919 й. — Өфө губерна соц. тәрбиә бүлеге мөдире, 1922 й. — БАССР мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары, 1925 й. — Академүҙәк рәйесе, 1927 й. — К.А.Тимирязев ис. Пед. ин‑тында: мөдир, 1929 й. алып директор. 1930 й. башлап Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй (1936—38 йй. СССР халыҡтары музейы секторы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре башҡорттарҙың этнографияһына, тыуған яҡты өйрәнеүгә, мәктәпкәсә педагогикаға һ.б. арналған. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте идараһы рәйесе. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы депутаты.

Әҙәб.: Ергин Ю.В. Ш.Х.Сюнчелей (1885—1959). Уфа, 2006.

Ю.В.Ергин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика