СӨН ТОРАЛАРЫ, б.э.т. 10‑сы мең йыллыҡ уртаһы — 7‑се мең йыллыҡ аҙ. археологик ҡомартҡыһы. А.В.Коновалов тарафынан асыла, 1965— 67 йй. Г.Н.Матюшин өйрәнә. С.т.I Баҡалы р‑ны Холодный Ключ а. көньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Сөн й. уң ярындағы киртләстә урынлашҡан. 20 м2 ер ҡаҙылған. Таш эш ҡоралдары табылған. С.т.II шул уҡ райондың Яңы Троицкий а. көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Сөн й. һул ярында урынлашҡан. Керамика ситтәре эскә ҡарай бөгөлгән, тышына тотош тешле штамп эҙе м‑н биҙәлгән неолит тибындағы һауыт ярсыҡтарынан ғибәрәт. Таш (микролиттар, нуклеустар, ярғыстар), һөйәк (бер яҡлы сәнскеле гарпундар, пластиналы бысаҡтар) әйберҙәр табылған. Ҡомартҡы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Р.Б.Исмәғилев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика