СӨЛӘЙМӘНОВА Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5.2.1940, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Темәс а.), телсе, педагог-методист. Пед. ф. канд. (1981). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) Темәс урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1966 й. алып Сибай пед. уч‑щеһы уҡытыусыһы. 1970 й. башлап Милли мәктәптәр ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалында (1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), 1983 й. — КПСС өлкә ком‑тында. 1985 й. алып БАССР‑ҙың мәғариф министры. 1988 й. башлап БДУ, 1991 й. — БДУ‑ның Сибай ин‑ты уҡытыусыһы, 2001—03 йй. БР мәғариф министрлығы Республика уҡыу-ғилми методик үҙәгенең ғилми-методик бүлеге начальнигы. Фәнни хеҙмәттәре урыҫ булмаған башланғыс мәктәптәрҙә урыҫ теле уҡытыу, милли балалар баҡсаларында урыҫ телмәрен үҫтереү методикаһына арналған. 35‑тән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт, ш. уҡ башҡ. телендә шиғыр һәм публицистик очерктар йыйынтығы авторы. БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Методика обучения видо-временным формам русского глагола в I—III классах башкирской школы. М., 1977; Дидактический материал по русскому языку для 1—3 классов национальных школ РСФСР. 2‑се баҫма. Л., 1983 (авторҙ.).

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика