СӨЛӘЙМӘНОВ Руслан Рим улы (29.10.1972, Өфө), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1996) Биол. ин‑тында эшләй: 2003 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡ геогр. һәм экологияһын өйрәнеүгә, икенсел артыҡ тоҙланған һәм тоҙло тупраҡтарҙың мелиорация мәсьәләләренә арналған. С. тарафынан юғары минераллы нефть промыслаһы эретмәләре м‑н бысранған тупраҡтарҙы тергеҙеү алымдары өйрәнелә. 125‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Биологические ресурсы Южного Урала: фундам. основы рационального использования. Уфа, 2009 (авторҙ.)

Тәрж. Г.А.Миһранова

Яндекс.Метрика