СӨЛӘЙМӘНОВ Марат Ноғман улы (5.4.1957, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Гусев а. — 6.1.1996, Өфө), философ, социолог. Филос. ф. д‑ры (1991), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Йәнгел урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1980 й. алып Әбйәлил районы халыҡ мәғарифы бүлеге инспекторы; 1984 й. башлап БДУ‑ла эшләй (1992 й. алып иҡт. ф‑ты деканы). Фәнни эшмәкәрлеге социология, иҡтисад, философия, проф.‑техник белем биреү системаһын камиллаштырыу проблемаларына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Человек и мир профессий. Свердловск, 1990 (авторҙ.); Советский город: проблемы социального развития. Уфа, 1992; Рынок труда. Уфа, 1995.

Й.М.Ғиләжетдинов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика