СӨЛӘЙМӘН МӨҺӨРӨ (Polygonatum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә: хуш еҫле йәки шифалы С.м. һәм күп сәскәле С.м. Күп йыллыҡ үлән. Һабаҡтары дуға рәүешендә йәки төҙ, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары сиратлы, ҡыяҡлынан алып киң эллипс формаһына тиклем. Тамыр һабағы йыуан, үле һабаҡтары урынында йомрайтылған батынҡы йөйҙәр (“мисәттәр”) бар. Сәскәләре йәшкелт аҡ төҫтә, көпшәле, ике енесле, япраҡ ҡуйындарында яңғыҙар йәки 2—5‑ләп. Май—июндә сәскә ата. Емеше — шар формаһындағы еләк, июль—авг. өлгөрә. Ылыҫлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, ҡайынлыҡтарҙа, ҡыуаҡ үҫентеләрендә, йырындарҙа үҫә. Декоратив, дарыу үҫемлектәре. Ағыулы үҫемлектәр. Составында алкалоидтар, дуплаусы матдәләр, сапониндар, йөрәк гликозидтары бар. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Яндекс.Метрика