СОЦИОЛОГИЯ (лат. societas — йәмғиәт һәм ...логия), бөтөн система булараҡ йәмғиәт һәм айырым соц. институттар, процестар, төркөмдәр, берлектәр, шәхес м‑н йәмғиәт мөнәсәбәте, кеше тәртибе законлыҡтары т‑дағы фән. Ижт. фәндәр системаһында үҙәк урындарҙың береһен биләй, 40‑тан ашыу махсус тармағы (шәхес, ғаилә, бәләкәй төркөм, коллектив, мәғариф, сәйәсәт, иҡтисад С. һ.б.) бар. С. м‑н ҡайһы бер йәнәш дисциплиналар араһындағы сик башҡа фән ысулдарын файҙаланыу арҡаһында аныҡланып етмәгән. Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып соц. структура һәм социаль стратификация (Н.А.Айытов, Ф.С.Фәйзуллин), соц. мобиллек (Айытов, М.Н.Сөләймәнов, Л.Н.Фенин, Фәйзуллин), хеҙмәт социологияһы (Т.П.Моисеева, Ф.У.Мөхәмәтлатипов), этнос (Й.М.Ғиләжетдинов, А.Й.Зарипов, Р.И.Ирназаров, М.Ж.Кейекбаев, Р.Н.Ҡотошев, А.Ш.Мәмлиев, Р.М.Төхвәтуллин һ.б.), мәғариф (Е.Ю.Бикметов, Зарипов, Ирназаров, Л.Г.Земцов, Г.А.Кабакович, В.Д.Попов, Ф.Ғ.Хәйруллин, М.Т.Шафиҡов һ.б.), ҡала һәм ауылдар (Айытов, Ю.В.Акатьев, Р.Р.Ғәлләмов, Р.Б.Камаев, Фәйзуллин, М.М.Саҙриев), фәнни‑техник ижад, техникаға мөнәсәбәт проблемалары (В.Д.Голиков, Л.А.Ширяев), фәнни‑техник прогресты тиҙләтеү (Айытов), фәнни‑техник прогресс эҙемтәләре (Е.А.Голощапов, Моисеева, Фәйзуллин), соц. планлаштырыу һәм прогнозлау (Акатьев, А.А.Байымбәтов, С.Ф.Елисеев, Камаев, Я.П.Ладыжинский һ.б.), илдең сәйәси системаһы үҫеше (Ғиләжетдинов, Ғ.Т.Ғәлиев, Ю.Н.Дорожкин, С.В.Егорышев, Ю.Н.Никифоров, Ф.Б.Садиҡов, М.Ә.Әйүпов һ.б.), төбәк эшмәкәрлеге һәм үҫеше законлыҡтары (Ән.Ә.Әхмәҙиев), федерализм һәм суверенлыҡтың соц.‑сәйәси проблемалары (Х.Б.Аҫылғужин, Фәйзуллин), эшсе көстәр һәм халыҡ миграцияһы (Ф.Б.Борханова, Р.М.Вәлиәхмәтов, Р.А.Ғәлин, Ф.А.Игебаева һ.б.), етештереү ойошмаларында соц. процестар (Н.М.Ҡарамышева) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1964 й. ӨАИ‑ла Айытов тарафынан социол. лаб. ойошторола, респ. социологтары мәктәбе формалаша башлай. БР‑ҙа Рәсәй социологтар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе эшләй. Социол. тикшеренеүҙәр Авиация техник университетында, Башҡорт дәүләт университетында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, Медицина университетында, Нефть техник университетында, Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында һ.б. алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Йәмәғәтселек фекере.

Әҙәб.: Файзуллин Ф.С. Научная социологическая школа Башкортостана //Панорама Евразии. 2008. №1.

Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика