СОЦИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, социология өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы, махсус һәм өҫтәлмә белем биреүҙе лә үҙ эсенә ала. Махсус С.б.б.б. дөйөм социология, иҡт. социология, идара итеү социологияһынан тора. 1990—99 йй. социология ғилми дисциплина булараҡ бөтә вуздарҙа ла мәжбүри предметтар иҫәбенә инә. Башҡортостанда С.б.б.б. Башҡорт дәүләт университетында социология каф. асыуҙан үҫеш ала (1990), уның базаһында 2000 й. социология теорияһы һәм тарихы каф., ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы каф. асыла. Философия һәм социология ф‑тында (2000 й. нигеҙләнгән) белгестәр, бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләнә. Социология уҡыу дисциплинаһы булып Авиация техник университетында (1991 й. социология һәм политология каф. асыла, 2006 й. алып социология һәм соц. технологиялар каф.), Педагогия университетында (1998 й. философия, социология һәм политология каф. асыла), Нефть техник университетында, Иҡтисад һәм сервис акад. һ.б. вуздарҙа уҡытыла. Өҙлөкһөҙ С.б.б.б. программаһы аспирантура һәм докторантурала тормошҡа ашырыла. Респ. 20‑ләгән социология фәндәре докторы һәм 50‑ләгән кандидаты бар. С.б.б.б. үҫешенә Н.А.Айытов, Ю.В.Акатьев, В.Д.Голиков, Й.М.Ғиләжетдинов, Ю.Н.Дорожкин, Р.А.Злотников, Р.И.Ирназаров, Р.Б.Камаев, Т.П.Моисеева, Р.Т.Нәсибуллин, Р.М.Төхвәтуллин, Ф.С.Фәйзуллин һ.б. тос өлөш индерә.

Әҙәб.:Социологическая наука и социологическое образование в Республике Башкортостан. Уфа, 2002.

Р.З.Сәлиев, Ф.С.Фәйзуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика