АХУНЙӘНОВ Таһир Исмәғил улы [15.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Муса а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 25.11.2013, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Тарих ф. канд. (1961). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1984) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге Өлкә партия мәктәбен (Өфө, 1950), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү, 1956), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи ф. акад. (шунда уҡ, 1961) тамамлаған. 1940—41 йй. Бишбүләк р‑ны Яңы Васильевка (хәҙ. ш. уҡ райондың Уҫаҡкисеү а.) мәктәбе уҡытыусыһы, 1946 й. дир.; 1946—48 йй. ВЛКСМ‑дың Бишбүләк район ком‑ты секретары. 1950—63 йй. һәм 1967—87 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында эшләй: 1961 й. алып бүлек мөдире, 1967 й. — секретарь; 1964—67 йй. “Кызыл таң” гәз. баш мөхәррире. А. (Таһир Таһиров псевдонимы аҫтында баҫыла) әҫәрҙәре документаллек, лиризм һәм художестволы дөйөмләштереүҙең тәрәнлеге м‑н айырылып тора. “Лейтенанттар” (1979), “Буранлы көндәр” (1982) повестары замандың әхлаҡ проблемаларын сағылдыра. “Аҡ йортта ғауға” (1995; татар телендә) романы 80‑се йй. аҙ. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑тында ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. А. ижадында хәрби быуындар яҙмышын, кеше шәхесен формалаштырған әхлаҡи сығанаҡтарҙы һүрәтләүсе “Ғәлиә” (1978) повесы әһәмиәтле урынды биләй. Повесть б‑са Башҡорт драма театры сәхнәһендә ш. уҡ исемле спектакль ҡуйыла (1983; реж. Р.В.Исрафилов). Матбуғат теорияһы һәм тарихына арналған “Матбуғаттың идея-сәйәси йүнәлеше” (“Идейно‑политическая направленность печати”; 1976), “Совет Баш­ҡортостаны матбуғаты буйынса очерктар” (“Очерки по истории печати Советской Башкирии”; 1979), “Совет Башҡортостаны матбуғаты” (“Печать Советской Башкирии”; 2 китапта, 1967—1970) һ.б. китаптар авторы. БАССР ЮС‑ының 6—11‑се саҡырылыш депутаты. Ф.Кәрим (1998), М.Ғафури (2005) ис. пр. лауреаты . 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1980), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Зигуна. Ғәлиә: повестар. Өфө, 1986; Люди долга. Уфа, 1962; “Сәгать”тә очрашырбыз: повестьлар. Уфа, 2004.

Әҙәб.: Филиппов А.П. Последняя трава (очерк о жизни и деятельности Т.И.Ахунзянова). Уфа, 2004.

Тәрж. Р.М.Шәрипова