СОЦИАЛЬ ЭКОЛОГИЯ, экология бүлеге, йәмғиәт м‑н тирә‑яҡ мөхиттең үҙ‑ара бәйләнештәре т‑дағы фәндәрҙең дисциплина‑ара комплексы. С.э. кеше м‑н тәбиғәт араһындағы ҡаршылыҡтарҙы асыҡлай, йәшәйеш мөхитен һаҡлау һәм яҡшыртыу маҡсатында уларҙы хәл итеү юлдарын нигеҙләй. Төрлө экологик һәм соц. шарттарҙа йәшәү өсөн кешенең адаптив мөмкинлектәрен (кеше экологияһы); этностарҙың мөхит шарттарына яраҡлашыуын һәм этносистемалар хасил булыуын (этноэкология); халыҡ һанына йоғонто яһаған факторҙарҙы (демографик экология) өйрәнә; экологик этика нормаларын эшләй, экологик яҡтан нигеҙләнгән донъяға ҡараш һәм экологик менталитет (экологик культурология) һ.б. формалаштыра. С.э. демография, культурология, социология, тарихи география, философия, этика, этнология һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда С.э. проблемаларын өйрәнеүгә А.Н.Авдониндың (экологик аң), Б.Ғ.Аҡсуриндың (кеше һаулығының соц.‑экологик проблемалары), Р.Ә.Ғәлиндең (С.э. демографик аспекттары), К.А.Даллакяндың (“кеше—тәбиғәт” мөнәсәбәттәре структураһында ихтыяр феномены), Р.Б.Сабекияның (экологик этика), Р.Ә.Сөләймәновтың (тышҡы мөхиттәге кире факторҙарҙың кеше һаулығына йоғонтоһо) һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Б.М.Миркин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика