СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес мн йәмғиәттеңүҙара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның мн берҙәм донъя универсумына бәйләнгән өлөшө булыуын һүрәтләү. С.ф. кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен аңлау парадигмалары бар: социоцентрик (айырым кешегәҡарағанда, йәмғиәт мөһимерәк), антропоцентрик (кеше — аңһәм ихтыяры булған үҙ аллы индивид; йәмғиәт — уны үҙгәртеү бса аңлы эшмәкәрлеккәһәләтле кеше индивидтарының берләшмәһе) һәм феноменологик (социум алдан билдәле нигеҙ мн билдәләнмәгән, ә соц. тәртип — кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе). Соц.филос. белеме сиктәрендә модернизациялау, глобалләштереү, посткоммунистик трансформация, үҙгәрә торған соц. структуралар һ.б. концепциялар үҫеш ала. СССРҙа философияның шәхес мн йәмғиәт тдағы бүлеге диалектик (марксистик- ленинсы) һәм тарихи материализм ҡараштарынан сығып өйрәнелгән. Башҡортостанда С.ф. проблемаларына Б.Ғҡсурин (кешенең кәүҙә төҙөлөшөһәм уны билдәләүҙең соц. аспекттары), О.А.Беленкова (йәмәғәт етештереүенең социохужалыҡөлкәһендә соц. идара итеүҙең антропологик факторы), А.А.Вальков (милләт идеяһы), А.Й.Зарипов (милли үҙаң), Ә.Х.Дәүләтҡолов, З.Й.Рәхмәтуллина (башҡ. традициялары), О.М.Иванова (хәҙ. цивилизация шарттарында кешенең шәхси һәм йәмәғәт һаулығы), С.М.Поздяева әсәй йәмғиәтен модернизациялау), Ф.С.Фәйзуллин (соц. структура һәм милли мөнәсәбәттәр), И.В.Фролова (соц. идеал һәм утопия), М.Т.Шафиҡов (кешенең фәнни белем потенциалы) һ.б. тикшеренеүҙәре арналған. Шулай уҡҡара: Социология.

С.М.Поздяева

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес мн йәмғиәттеңүҙара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның мн берҙәм донъя универсумына бәйләнгән өлөшө булыуын һүрәтләү. С.ф. кеше һәм йәмғиәт мөнәсәбәттәрен аңлау парадигмалары бар: социоцентрик (айырым кешегәҡарағанда, йәмғиәт мөһимерәк), антропоцентрик (кеше — аңһәм ихтыяры булған үҙ аллы индивид; йәмғиәт — уны үҙгәртеү бса аңлы эшмәкәрлеккәһәләтле кеше индивидтарының берләшмәһе) һәм феноменологик (социум алдан билдәле нигеҙ мн билдәләнмәгән, ә соц. тәртип — кеше эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе). Соц.филос. белеме сиктәрендә модернизациялау, глобалләштереү, посткоммунистик трансформация, үҙгәрә торған соц. структуралар һ.б. концепциялар үҫеш ала. СССРҙа философияның шәхес мн йәмғиәт тдағы бүлеге диалектик (марксистик- ленинсы) һәм тарихи материализм ҡараштарынан сығып өйрәнелгән. Башҡортостанда С.ф. проблемаларына Б.Ғҡсурин (кешенең кәүҙә төҙөлөшөһәм уны билдәләүҙең соц. аспекттары), О.А.Беленкова (йәмәғәт етештереүенең социохужалыҡөлкәһендә соц. идара итеүҙең антропологик факторы), А.А.Вальков (милләт идеяһы), А.Й.Зарипов (милли үҙаң), Ә.Х.Дәүләтҡолов, З.Й.Рәхмәтуллина (башҡ. традициялары), О.М.Иванова (хәҙ. цивилизация шарттарында кешенең шәхси һәм йәмәғәт һаулығы), С.М.Поздяева әсәй йәмғиәтен модернизациялау), Ф.С.Фәйзуллин (соц. структура һәм милли мөнәсәбәттәр), И.В.Фролова (соц. идеал һәм утопия), М.Т.Шафиҡов (кешенең фәнни белем потенциалы) һ.б. тикшеренеүҙәре арналған. Шулай уҡҡара: Социология. С.М.Поздяева Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика