СОССЮРЕЯ (Saussurea), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың һәм Австралияның арктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы (өҫкө өлөшөндә), бейеклеге 20–120 см тиклем. Япрағы сиратлы, аҫҡыһы – оҙон һаплы, өҫкөһө – ултырма, шыма (татырлыҡ С. – ҡауырһын һымаҡ телемле), күп осраҡта эллипс формаһында, уймалы-киртләсле йәки шыма ситле. Сәскәһе көпшәле, ике енесле, алһыуҙан алып миләүшә төҫөнә тиклем, урамаһы күп рәтле. Кәрзине яңғыҙар йәки ҡалҡан рәүешле сәскәлектә. Июль–сент. сәскә ата. Емеше – 2–3 рәт төктәрҙән (тышҡылары эскеләренә ҡарағанда күпкә ҡыҫҡараҡ) торған өлпөлө орлоҡса, авг.–сент. өлгөрә. Бәхәсле С. БР-ҙың төньяҡ һәм үҙәк өлөшөнөң ылыҫлы урмандарында, әсе С. һәм татырлыҡ С. – татырлыҡтарҙа, аҙ сәскәле С. – Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һаҙлыҡтарында һәм респ. төньяҡ-көнсығышында, урал С. тау тундраһында (Машаҡһырты, Ирәмәл тауы) үҫә. Составында флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Аҙ сәскәле С., урал С. БР-ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Яндекс.Метрика