СОРОРАТ (лат. soror — һеңле), тол иргә үлгән ҡатынының һеңлеһенә өйләнеү хоҡуғы биргән никах формаһы. Был осраҡта ҡалым аҙыраҡ күләмдә түләнгән. 20 б. башына тиклем башҡорттарҙа йола хоҡуғы нормаһы иҫәпләнгән. Туғанлыҡ системаһына ярашлы, тол ир ш. уҡ үлгән ҡатынының ике туған һеңлеһенә өйләнә алған. Ҡыҙ ҡалым түләнгән көйө никахҡа тиклем үлеп ҡалһа, уның атаһы кейәү егеткә башҡа ҡыҙын бирергә тейеш булған. С. төрки-монгол халыҡтарында киң таралған була.

Әҙәб.: А с ф а н д и я р о в А.З. Семья и брак у башкир в XVIII — первой половине XIX в. Уфа, 1989.

Ф.Ф.Фәтихова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Яндекс.Метрика