СОРОКИНА Анна Ивановна (3.9.1948, Златоуст ҡ.), психолог, педагог. Психология ф. д‑ры (2001), проф. (2008). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2002), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) 60‑сы урта мәктәп (Өфө) уҡытыусыһы, 1980 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта, 1986 й. — Балашов пед. ин‑тының мәктәпкәсә психология каф. мөдире. 1992 й. алып Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑тында эшләй, 1994 й. — БДПУ‑ла (2001 й. алып үҫеш психологияһы каф. мөдире). 2014 й. башлап ӨДИСУ‑ла. Фәнни хеҙмәттәре пед. психология, мәғариф учреждениелары м‑н идара итеү психологияһы проблемаларына, балалар конфликттарын хәл итеүҙең соц.‑психологик аспекттарына һ.б. арналған. 210‑дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Конфликтность в поведении детей и подростков. Уфа, 1996; Психологическое исследование конфликтности в детском возрасте. М., 2008; Формирование стрессоустойчивости у одарённых школьников. Уфа, 2015 (авторҙ.).

А.В.Колбина

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Яндекс.Метрика