АХУН УРТА МӘКТӘБЕ, Учалы р‑ны. 1895 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп (урыҫ‑башҡ.) булараҡ нигеҙ һалына, 1912 й. алып министрлыҡ мәктәбе, 1920‑се йй. 1‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1932 й. башлап тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. хәҙ. статусын ала. 2008 й. Ғ.М.Усманов исеме бирелә. Интернаты, музейы, оҫтаханалары, теплицаһы, йәшелсә һаҡлағысы, ярҙамсы хужалығы бар. Уҡыу йорто м‑н Усманов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәктәпте 2,1 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Л.В.Вәлиев, В.Б.Ғәлиев, А.И.Дәүешев, Н.Ж.Ҡадирова, Усманов, Ә.Ғ.Шәрәфетдинов, А.Х.Әмиров.

Х.И.Күсәрбаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова