СОНЬКИН Наум Борисович (19.1.1950, Өфө), юрист. Юридик ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БДУ‑ны (1971), Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын (Мәскәү, 1982) тамамлаған. 1971 й. алып Мәскәүҙә: оборона сәнәғәте ҒТИ, 1976 й. — кабель сәнәғәтенең Бөтә Союз ҒТИ ФПБ‑нда (1978 й. башлап система һәм идара итеү процестарын ойоштороу тармаҡ лаб. мөдире), 1989 й. — “Элкат” берлектәге Рәсәй-Финляндия пр‑тиеһында (коммерция дир., ген. дир. урынбаҫары), 1991 й. — “Кабикс Консалтинг”та (дир., вице-президент), 1992 й. — Мәскәү өлкә адвокаттар коллегияһында, бер үк ваҡытта Халыҡ-ара хоҡуҡ һәм иҡт. ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге халыҡ-ара һәм корпоратив хоҡуҡ, кеше хоҡуҡтарын халыҡ-ара яҡлау проблемаларына арналған. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Корпорации: теоретические и прикладные проблемы. М., 1999; Адвокат в Европейском суде по правам человека. М., 2004.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика