СОЛТАНОВА Линера Байраҡ ҡыҙы (22.11.1960, Свердловск ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (2005). Б.З.Солтановтың ҡыҙы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Өфө приборҙар эшләү з‑дында, 1987—91 йй. Двигателдәр эшләү ғилми-тикшеренеү ин‑тының Урал филиалында (Өфө) эшләй. 1994 й. алып БДАУ‑ҙа, 1997 й. — ӨДНТУ‑ла, 2005 й. — БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге математика философияһы, фән һәм техника методологияһы, онтология һәм танып белеү теорияһы проблемаларына арналған. 40‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Неформальная рационализация в математике. Уфа, 2001; Неявное знание в развитии математики. Уфа, 2009.

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Яндекс.Метрика