СОЛТАНОВ Ринат Ишбулды улы (9.5.1954, Сибай ҡ.), философ. Филос. ф. д‑ры (1993), проф. (1992). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) БДПИ‑ла уҡыта. 1990 й. алып Мәскәүҙә эшләй: СССР ФА‑ның Философия ин‑тында, 1992 й. башлап Маймонид ис. Дәүләт классик академияһында. Фәнни хеҙмәттәре философия тарихына, дин ғилеменә, этикаға, Рәсәйҙә һәм Урта Азияла ислам тарихына арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. РФ Дәүләт думаһының 2‑се саҡырылыш депутаты.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Ғ.Р.Бердина

Яндекс.Метрика