СОЛТАНОВ Мостафа Кәрим улы (8.2.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе 1-се Яңы Ҡунҡаҫ а., хәҙ. БР-ҙың Миәкә р-ны Ҡаран-Ҡунҡаҫ а., – 18.2.2009, Күмертау ҡ. БР-ҙың Көйөргәҙе р-ны Ҡансыра а. ерләнгән), журналист. БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1977). Журналистар союзы ағзаһы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)-ның Башҡ-н өлкә ком-ты эргәһендәге 2 йыллыҡ өлкә партия мәктәбен тамамлаған (Өфө, 1951). 1937–41 йй. һәм 1945–49 йй. “Сталинче” гәз. (“Сталинсы”; ҡара: “Альшеевские вести”) эшләгән: 1939 й. алып яуаплы мөхәррир урынбаҫары, 1940 й. – мөхәррир урынбаҫары, 1945 й. – мөхәррир; 1951–63 йй. – “Совет Башҡортостаны” гәз. хеҙм-ре; 1965 й. башлап “Путь Ильича” (“Ильич юлы”; ҡара: “Кумертауское время”) гәз. мөхәррир урынбаҫары. 1984–90 йй. Кумертау р-ны музейы директоры. Советтар Союзы Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышында, Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, Тыуған яҡ тарихы т-да очерктар, мәҡәләләр авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (1992). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942), 2-се һәм 3-сө (1945) дәрәжә Дан орд. м-н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Хәтер китабы. Күмертау, 1997; Утлы юлдар, шанлы йылдар. Күмертау, 2000; Сафта ҡалам. Күмертау, 2004.

 

Т.Ғ.Шаһманов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов