СОЛОҠСОЛОҠ, с о л о ҡ у м а р т а с ы л ы ғ ы, бал ҡорттарын тәбиғи йә махсус соҡоп эшләнгән ағас (солоҡ) ҡыуыштарында бал, бал ҡорто балауыҙы, прополис һ.б. алыу өсөн тотоуға тәғәйенләнгән умартасылыҡтың башланғыс формаһы. Башҡорттарҙың традицион кәсебе. Солоҡто 4—12 м бейеклектәге ағаста (ғәҙәттә, имән, йүкә, ҡарағас, ҡарағай, һирәкләп ҡараманы йә диам. 0,6—1,1 м еткән башҡа ағасты һайлағандар; алдан аҫҡы ботаҡтарынан таҙартҡандар, ағас һынып аумаһын өсөн өҫкө яғын ҡырҡып, серемәһен өсөн 2—3 ҡат туҙ м‑н япҡандар) соҡоп яһағандар. Ағасҡа менер өсөн киңлеге 0,05 м тирәһе күн йә йүкәнән үрелгән кирәм һәм оҙонлоғо 5 м еткән бөгөлгән ағас аяҡ (ләңге) ҡулланғандар. Ағасты соҡор өсөн махсус ҡоралдар (солоҡ балтаһы, бөрөз, бағау, төрпө, йомро йышҡы һ.б.) файҙаланғандар. Солоҡ эсенә (диам. 0,3 м ашыу) 2—3 арҡыры нәҙек таяҡ (тағара) — кәрәҙҙәр өсөн таяу ҡуйылған, кәрәҙҙәр түбәгә беркетелгән. Солоҡтоң инеү юлы 2‑әү булған: кәрәҙҙәрҙе ҡарау һәм алыу өсөн киңлеге 0,15 м, бейеклеге 1,2 м еткән ҡапҡаҡ (күберәк ағастың көнсығыш йә көнбайышҡа ҡараған яғынан) һәм бал ҡорттары инеп‑сығып йөрөү өсөн киңлеге 0,04 м, бейеклеге 0,06 м булған кейә (ҡапҡаҡҡа ҡаршы урынлашҡан, ғәҙәттә, солоҡтоң уртаһынан бейегерәк, ағастың көньяҡҡа ҡараған яғынан). Кейәгә кәрәҙҙәрҙе тотоп торор өсөн ағастан эшләнгән шына (кейә ҡалағы; бер осо тышҡа сығып торған, икенсеһе солоҡ стенаһына терәлгән) ҡуйылған. Тыштан ҡапҡаҡ ағасҡа саған шыналар м‑н беркетелгән, йыуанлығы 0,06 м булған ике ағас ҡапҡас м‑н ябылған. Ямғыр үтмәһен өсөн солоҡтоң түбәһен һәм төбөн ҡапҡаҡ яғына ауыштырыбыраҡ эшләгәндәр. Солоҡто айыуҙан һаҡлар өсөн ҡапҡаҡ эргәһенә имән туҡмаҡ ҡуйғандар йә олондо тирә‑яғынан ҡаҙыҡтар һәм ҡабыҡ м‑н уратҡандар. Солоҡ шыма булған, ҡалынлығы 0,03 м еткән ҡоро ағас ҡатламынан торған эске стена йылылыҡ үткәрмәгән, уның эске яҡтан уңайлы ҡоролошо һәм кәрәҙҙәрҙең тығыҙ урынлашыуы даими йылы т‑ра һаҡланыуға һәм аҙыҡты сама м‑н тотоноуға булышлыҡ иткән. С. нигеҙе булып башҡорт бал ҡорто иҫәпләнә. Һәр солоҡ ғаиләһенән 2—3, ҡайһы берҙә 4—5 күс айырылып сыға. Солоҡто (бер олонда 3 солоҡ булырға мөмкин), ғәҙәттә, сент.—окт. айҙарында соҡоғандар, шунан һуң кипһен өсөн 1—2 йылға ҡалдырып торғандар. Яҙын, апр. аҙағы — май башында, бал ҡорто ғаиләләрен байҡап, уларҙы ҡундырыр өсөн кәрәҙҙәрҙе буш солоҡтарға күсергәндәр. Көҙөн артыҡ балды йыйып, бал ҡорттарының ояларын ҡышҡылыҡҡа әҙерләгәндәр. Кәрәҙҙәрҙе ағас ҡалаҡ (бал ҡалағы, ҡорт ҡалағы) м‑н ҡырҡып алғандар һәм ерҙән бау (арҡатау, өркөтөү) ҡуйып мендерелгән батманға һалғандар. Солоҡтар 150 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Күп кенә хужалыҡтарҙа йөҙҙән ашыу солоҡ булған. Солоҡ ағастары быуындан быуынға күсеп, уларға хужаһының тамғаһы ҡуйылған. Солоҡ биләмәләре юғары баһаланған, сөнки бал яһаҡтың бер өлөшө булған. Тау сәнәғәтенең алға китеүе (был күпләп урмандарҙы ҡырҡыуға килтергән) һәм игенселектең киңәйә барыуы арҡаһында С. үҙенең әһәмиәтен юғалта, түмәр умарта һәм умартасылыҡ хужалыҡтарына иғтибар арта. С. күберәк Башҡортостандың таулы‑урманлы райондарында таралған була. Башҡортостанда йәшәгән мари, мордва, сыуаш, татар, урыҫ һ.б. халыҡтарҙа ла үҫеш ала. 20 б. аҙ. алып был кәсепте тергеҙеү эше алып барыла (1927 й. республикала 908 солоҡ бал ҡорто ғаиләһе һаналған, 1958 й. — 49, 1990 йй. — 180‑дән ашыу, 2004 й.— 400‑гә яҡын, ш. иҫ. Шүлгәнташ ҡурсаулығында — 200 тирәһе). Хәҙ. ваҡытта С. эше Белорет, Бөрйән һәм Ишембай р‑ндарында һаҡланған. Солоҡ ҡорттарын тәбиғи шарттарҙа өйрәнеү Шүлгәнташ ҡурсаулығында һәм “Алтын Солоҡ” заказнигында алып барыла. С. өйрәнеү м‑н Аграр университетта (И.В.Шафиҡов), Шүлгәнташ ҡурсаулығында (И.Ғ.Иһтисамов, М.Н.Косарев, Г.А.Чиглинцев), Умартасылыҡ станцияһында (Е.М.Петров) һ.б. шөғөлләнәләр.

Әҙәб.: И л и м б е т о в Ф.Ф. Пчеловодство у северо‑восточных башкир //Археология и этнография Башкирии. Т.5. Уфа, 1973; П е т р о в Е.М. Бортевая пчела. Уфа, 1983; Р у д е н к о С.И. Башкиры: ист.‑этногр. очерки. С изм. и доп. Уфа, 2006.

М.Ғ.Муллағолов, И.В.Шафиҡов

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Яндекс.Метрика