“СОЛИТОН” ғилми-тикшеренеү институты, ААЙ. 1955 й. Өфөлә Айырым КБ булараҡ асыла, 1966 й. алып “Кабель” КБ, 1990 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала (1994 й. башлап ААЙ). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — электрон һәм сүсле-оптик элемтә линияһы, радиорелелы элемтә, тропосфера һәм спутник элемтәһе линиялары аша мәғлүмәт тапшырыуҙың аналоглы һәм һанлы күп каналлы системаларын; юғары сыҙамлы автоматлаштырылған интеграль элемтә селтәрҙәре һәм идара итеү өсөн автоматик каналдар коммутацияһы булған техник һәм программа саралары комплекстарын; канал яһалыу саралары һәм каналдар м‑н тракттарҙың мобиль элемтә узелдарына көйләнеүсән конфигурациялы крослы коммутацияһы автоматлаштырылған аппарат-программа комплекстарын; автоматлаштырылған ялан радиоүлсәү приборҙарын; территориаль элемтә селтәрҙәре өсөн ҡорамалдар эшләү, етештереү һәм ремонтлау. Институт составы: ғилми-тематик комплекс, микроэлектроника лаб., автомонтаж, монтажлау-йыйыу һәм механика-әҙерләмә цехтары һ.б. Ғилми хеҙм‑рҙәре араһында 2 фән кандидаты бар (2009). Институт ғалимдары 55‑тән ашыу ғилми-тикшеренеү һәм 170 тәжрибә-конструкторлыҡ эше башҡарған, БР, РФ һәм БДБ илдәре заводтарында 600‑ҙән ашыу аппаратура һәм прибор эшләнеп файҙаланыуға индерелгән. Радиотапшырыуҙар өсөн аппаратура, каналдарҙың йышлыҡлы бүленешенә эйә булған күп каналлы аппаратура, үлсәү приборҙары, һанлы һәм сүсле-оптик тапшырыу системалары комплекстары [уларҙа ҒТИ тарафынан илдә тәүгеләрҙән булып ярымүткәргес элементтар, баҫма монтаж, интеграль микросхемалар, сүсле оптика элементтары һәм оптик сүс, үҙе өсөн эшләгән һәм етештергән йоҡа һәм ҡалын плёнкалы микроэлементтар файҙаланылған (ҡара: Микроэлектроника)]; юғары сыҙамлы интеграль һанлы элемтә селтәрҙәре өсөн ҡорамалдар, мобиль аппарат-программа мәғлүмәт комплекстары, көйләнеүсән конфигурациялашыуға эйә һәм ҡамасауҙарға бирешмәүсәнлеге юғары булған каналдар яһалыу, идара итеү һәм коммутациялау аппаратураһы эшләнә. 2002—08 йй. эшләнеүсе аппаратураға яңы телекоммуникация технологияларын, электрон компоненттарҙы, конструктив-технологик ысулдарҙы индереү мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеген 20 тапҡырға арттырырға, аппаратураның габарит һәм массаһын 10—15 тапҡырға кәметергә, уның ышаныслылығын күтәрергә һәм хаҡын арзанайтырға булышлыҡ итә. Уйлап табыуҙарға 170‑тән ашыу авторлыҡ таныҡлығы һәм патент алынған. БР һәм РФ‑тағы тармаҡ ҒТИ‑лары, завод һәм уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. КБ нач.: Б.С.Балл (1955 й. алып), В.И.Воронин (1956 й. алып); ҒТИ дир.: Н.А.Зисман (1966 й. алып), А.Я.Зайдман (1995 й. алып).

А.Я.Зайдман

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Яндекс.Метрика