АХУН, Учалы р‑нындағы ауыл, Ахун а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Учалы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Ҡыйҙыш й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 2784 кеше; 1920 — 4087; 1939 — 2660; 1959 — 2653; 1989 — 2334; 2002 — 2610; 2010 — 2449 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ахун урта мәктәбе, балалар сәнғәт мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Аҡ шишмә” халыҡ театры), китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мәсет бар.

Ауылға 1780 й. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Табын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә [указдар (1736 й. 11 февр.) б‑са ҡаҙнаға тартып алынған] Исәт провинцияһының Мөслим, Ҡорманай аа. хеҙмәтле мишәрҙәре нигеҙ һала. Исеме А.М.Дәүешев ахун м‑н бәйле. 18 б. аҙ. Троицк өйәҙенең Әмин, Сафкүл һ.б. аа. яһаҡлы татарҙар килеп урынлашҡан, 19 б. башында — Ҡазан губернаһының Мамадыш өйәҙе татарҙары. 1795 й. 55 йортта 444 кеше йәшәгән, 1866 й. 280 йортта — 1623 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище булған. 1900 й. 3 мәсет, 2 мәктәп, 6 һыу һәм 8 ел тирмәне теркәлгән. В.Б.Ғәлиев, А.И.Дәүешев, Н.Ж.Ҡадирова, Ғ.М.Усманов, Ә.Ғ.Шәрәфетдинов, А.Х.Әмиров ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов