СОҠОР МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит осоро археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 4—3‑сө мең йыллыҡтарға ҡарай. 1901 й. В.А.Городцов тарафынан билдәләнә, ҡәбер соҡорҙарының үҙенсәлекле төҙөлөшө б‑са атала. Көнсығышта Көньяҡ Урал буйынан алып көнбайышта Днестр й. басс. тиклем дала зонаһында таралған (Ивановск, Михайловск торамалары, Герасимовка, Линёвка III, Кесе Ҡыҙыл, Съезжинск, Томар-Үткәл, Шумаевка ҡурғанлы ҡәберлектәре һ.б.). Ырымбур өлк. һәм Башҡортостандың көньяҡ райондарында урынлашҡан С.м. ҡомартҡылары боронғо Соҡор мәҙәни-тарихи берлегенең Волга-Урал вариантына инә. Торамалар башлыса миҙгел тораларынан ғибәрәт, һуң осорҙа таш стеналар (бейеклеге 3 м етә) һәм соҡорҙар м‑н нығытылған. Оҙонса формалы ярым ер өйҙәр йәки аҫҡы өлөштәре таштан һалынған тура мөйөшлө балсыҡ ер өҫтө ҡоролмалары торлаҡ булып хеҙмәт иткән. Саҡматаш (ҡырғыс, бысаҡ, уҡ башаҡтары), баҡыр (ҡасау, бысаҡ, арҡыры балта, беҙҙәр) әйберҙәр табылған. Ерләү ҡомартҡыларының күпселеге — ҡурғанлы (диам. 100 м, бейеклеге 6 м тиклем) ҡәберлектәр. Ҡәбер соҡорҙары ағас түшәм йәки таш плиталар м‑н ябылған, ҡәбер өйөмдәрендә күмер һәм көл табылған. Башлыса яңғыҙ ерләнгән ирҙәр ҡәбере, һирәкләп парлы (ир һәм ҡатын, ир һәм балалар) ҡәберҙәр осрай. Мәйеттәр ҡыҙыл охраға буялған, төбөнә үҫемлек ҡалдыҡтары һалынған киртләсле конструкциялы тура мөйөшлө тәрән ҡәбер соҡорҙарына бөгәрләнгән килеш уң ҡабырғаға һалып, һирәкләп ултыртҡан килеш баштары м‑н көнсығышҡа йәки төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Айырым баш һөйәктәрен генә ерләү осрай,кешенеҡорбан итеү (ҡара: Ҡорбан килтереү) билдәләре булған жрецтар ҡәбере табылған. Керамика ауыҙ ситтәре һырҙар, бау һәм тешле штамп эҙҙәре м‑н биҙәлгән йомортҡа формаһындағы түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә таш (нуклеус, төйгөс, ҡырғыс, ватҡыстар), баҡыр (һөңгө осо һәм уҡ башағы, бысаҡ, балта, арҡыры балта, беҙ һәм биҙәүестәр), һөйәк (муйынсаҡ, булавкалы бетеү һәм сулпылар), ш. уҡ ағас (тәгәрмәстәр) әйберҙәр һалынған. С.м. халҡы Баҡырүҙәктә, Ҡарғалыла, Ташҡаҙған руднигында табылған баҡырҙы файҙаланған. С.м. Урта Азиянан һәм Яҡын Көнсығыштан күсеп килгән халыҡ нигеҙендә формалашҡан, һуңынан Катакомба мәҙәниәте ҡәбиләләре йоғонтоһона дусар булған, тип фараз ителә; Е.Е.Кузьмина фекеренсә, С.м. вәкилдәре һинд-иран ҡәбиләләре булған. Күсмә малсылыҡ, металл эшкәртеү хужалыҡтың төп тармаҡтары һаналған. С.м. ҡәбиләләре Полтавка һәм Бура мәҙәниәттәре формалашыуҙың төп компоненттарын тәшкил иткән. С.м. өйрәнеүселәр: С.В.Богданов, И.Б.Васильев, Н.Я.Мерперт, Н.Л.Моргунова һ.б.

Әҙәб.: Мерперт Н.Я. Древнейшие скотоводы Волжско-Уральского междуречья. М., 1974; Моргунова Н.Л., Кравцов А.Ю. Памятники древнеямной культуры на Илеке. Екатеринбург, 1994; Богданов С.В. Эпоха меди степного Приуралья. Екатеринбург, 2004.

Ю.А.Морозов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Яндекс.Метрика