СМИРНОВ Алексей Петрович (10.6. 1899, Мәскәү — 10.3.1974, шунда уҡ), археолог. Тарих ф. д‑ры (1944), профессор (1951). ТАССР‑ҙың (1959), Сыуаш АССР‑ының (1958) атҡ. фән эшмәкәре. 1922—24 йй. 1‑се МДУ‑ла уҡый. 1929 й. алып СССР ФА‑ның Археология ин‑тында эшләй: 1932 й. башлап дир. урынбаҫары, 1956 й. — сектор мөдире. Фәнни хеҙмәттәре Волга буйы Болғары тарихына, Урал- Волга буйының фин‑уғыр һәм төрки халыҡтары, ш. иҫ. башҡорттар, археологияһы һәм боронғо тарихы проблемаларына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Волжские булгары. М., 1951; Очерки древней и средневековой истории народов Среднего Поволжья и Прикамья. М., 1952.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Яндекс.Метрика